Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант-2025

Апрель 29, 2025 Просмотров: 14
«Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант-2025» белем биреү акцияһы сиктәрендә Ҡуянтау ауылы урта белем биреү мәктәбендә лә башҡорт телен башлап өйрәнеүселәр өсөн диктант яҙыу ойошторолдо.
Диктант яҙыуҙың маҡсаты — башҡорт телен танытыу, белем алыуға, уның кимәлен күтәреүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу. Халыҡ-ара белем биреү акцияһының девизы «Тел – халҡыбыҙҙың рухи байлығы». Уҡыусылар шағирә Зөһрә Ҡотлогильдинаның «Беҙ – һуғыш балалары» тип аталған тексы буйынса диктант яҙҙылар.