Йылдағыса мәктәптә башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу ойошторолдо
Апрель 27, 2024
Просмотров: 21
Йылдағыса мәктәптә башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу ойошторолдо. Диктантты бергәләп яҙыу күңелле һәм матур тәҫораттар ҡалдырҙы. Күркәм традицияға әүерелгән диктант яҙыу беҙгә әсә телебеҙҙе тағын да нығраҡ, тәрәнрәк өйрәнергә, белергә ярҙам итә. Бигрәк тә тарихыбыҙға, халҡыбыҙға ҡарата һөйөү уята. Башҡорт телендә иркен аралашҡандар өсөн диктант текстын уҡытыусы Алсынбаева Фәйрүзә Зиннәт ҡыҙы уҡыны. Ата-әсәләргә, уҡыусы балаларға, уҡытыусыларға, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә үҙҙәренең белем кимәлен тикшереп ҡарарға теләк белдереп килгәндәре өсөн ҙур рәхмәт.